Иғтибар! Иғтибар! Иғтибар! “АҒИҘЕЛ” ЖУРНАЛЫНЫҢ ХӨРМӘТЛЕ ДУҪТАРЫ! “БӘЙЛӘНЕШТӘ” СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРЕНДӘ ТОРОУСЫЛАР АРАҺЫНДА 8 МАРТ – ХАЛЫҠ-АРА ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР КӨНӨ АЙҠАНЛЫ, ОТОШЛО УЙЫН ОЙОШТОРАБЫҘ. Замана мөғжизәһе – төҫлө, һанлы телевизор һеҙҙе көтә. Телевизор йортоғоҙҙа ҡатынығыҙҙың иң яратҡан эш урыны – аш бүлмәһен матурлап ултырһын өсөн һеҙгә таш ватырға, ер һөрөргә, утын бысырға, бысаҡ үткерләргә, картуф әрсергә кәрәкмәй. Бының өсөн: 1. “Ағиҙел” журналы” төркөмөндә (https://vk.com/club160399505) тоғро ғына торорға; 2. Ошо яҙманы “лайыҡ”лап, үҙегеҙҙең сәхифәгә репост ҡылырға һәм ошоно уйын аҙағынаса беркетергә (прикрепить) кәрәк; 3. Ифрат мөһим шарт! Отошта ҡатнашыусының диуарындағы ошо яҙмаға кәмендә 20 “лайыҡ” сүкелергә һәм 20 репост ҡылынырға тейеш. Әгәр 20-нән әҙерәк булһа, ғәфү итегеҙ, һеҙ бәйгенән төшөп ҡалаһығыҙ; 4. Мөһим киҫәтеү: ҡатнашыусы сәхифәһе уйын аҙағына тиклем асыҡ булырға тейеш; 5. Отошҡа йомғаҡ 7 март 15 сәғәттә рандом програмаһы ярҙамында яһаласаҡ, төркөм диуарында тура эфирҙа күрһәтеләсәк һәм еңеүселәр шунда уҡ иғлан ителәсәк; 6. Театр йылында махсус бүләк! Төп еңеүсенән тыш, өҫтәп, 20 уйынсының һәр береһе Рәлиф Кинйәбаевтың пьесаларының ике томлығына лайыҡ буласаҡ. Үҙегеҙҙең фамилияғыҙҙы бүләк отҡандар исемлегендә эҙләгеҙ. Редакция. https://agidel.rbsmi.ru/articles/common_material/a-i-el-zhurnalyny-kh-rm-tle-du-tary-b-yl-nesht-sotsial-selt-rend-torousylar-ara-ynda-8-mart-khaly-ar/?clear_cache=Y

Теги других блогов: социальные сети журнал АҒИҘЕЛ